Йөрәк түренән сыҡҡан моң

Добавлено 13 июня 2015 Ринат

Ринат Камалов (дирижер)

Талантлы йәш дирижер Ринат Камалов төрлө урында йәшәргә һәм эшләргә өлгөрә. «Теге йәки был өлкәлә мин үрнәк итеп ҡуйған кеше башҡарған эштең йөҙҙән бер өлөшөн дә теүәлләмәгәнмен әле», — ти ул. Минеңсә, күптәр Ринатҡа тиңләшергә тырышырға тейеш: тормоштан нимә теләүен аныҡ аңлаған, классик музыка серҙәрен, башҡарыу оҫталығын, опера-симфоник әҫәрҙәргә дирижерлыҡ итеү техникаһын тәрән үҙләштергән тырыш егет үҙ-үҙенә ышана. Иң мөһиме — Ринат үҙе хаҡында ғына түгел, халҡының киләсәген дә ҡайғырта.
Бөгөн һеҙҙең иғтибарға уның менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.


— Ринат, әле ниндәй шөғөл менән мәшғүлһең?
— Башҡортостандың Милли симфоник оркестры менән берлектә заманса музыка концертын әҙерләйем.
— Һин Францияла уҡып ҡайтҡанһың. Унда нисек барып эләктең?
— Санкт-Петербург дәүләт кон­сер­ваторияһын тамамлағандан һуң Франция менән Люксембургтың сигендә урын­лашҡан Мец ҡалаһы консер­ваторияһына уҡырға индем. Бында белем алыу мотлаҡ шунда булыуҙы талап итмәй. Мөмкин­лектән файҙаланып, ваҡытымды өс өлөшкә бүл­дем: уҡыу — Францияла, эшем — республикабыҙҙың Милли симфоник оркестрында.
— Сит илдәге тәүге тәьҫораттарың ниндәй?
— Бик алсаҡ, ихлас кешеләр йәшәй унда, тәмләп ашарға яраталар. Урамдар тап-таҙа.
— Унда ҡыйынлыҡтарға осраныңмы?
— Ауырлыҡтар, күпселек осраҡта, үҙемә бәйле. Мәҫәлән, француздар урыҫ телен һәм башҡорт күңелен белмәгәнгә ғәйепле түгел бит. Теге йәки был телде, мәҙәниәтте, аңламауҙан ҡыйынлыҡтар килеп тыуа. Әйткәндәй, телде тиҙ өйрәнеү өсөн шул телдә һөйләшеүселәр менән аралашырға кәрәк тигәндәре дөрөҫ.
— Ниндәй телдәрҙе беләһең? Фран­цуздар менән нисек аралаштың?
— Французса. Беренсенән, был минең өсөн дә файҙалы, икенсенән, улар сит телдә һөйләшеп бармай.
— Француздар Рәсәй халҡынан, баш­ҡорттарҙан ниндәй сифаттары менән айырыла?
— Рәсәйҙә бихисап халыҡ йәшәһә лә, уларҙы бер һыҙат — аралашмаусанлыҡ — берләштерә. Ә француздарҙың, киреһенсә, ҡайҙа һәм кем менән булыуға ҡарамаҫтан, еңел генә әңгәмә ҡороуы ихтимал. Ә беҙҙең менталитет тәүҙә кешене «фейс-контроль» аша үткәрә.
— Үҙеңдең һөнәрең тураһында һөйләп үт әле. Ҡасандан дирижер булып киттең?
— Дирижерлыҡ — композиторҙың ни­мә әйтергә теләгәнен башҡарыусылар менән берлектә еткерә белеү оҫталығы. Мин тыңлаусыларҙы «уйлаусылар» тип атайым. Бер ваҡыт ике композитор бәхәсләшеп киткән, ти. «Мин тамашасыларымды музыкамды тыңларға мәжбүр итәм!» — ти икән беренсеһе. Икенсеһе: «Ә мин — уйларға», — тип яуап биргән.
Дирижерлыҡ менән Өфө сәнғәт училищеһында уҡығанда уҡ мауыға башланым, артабан Санкт-Петербургта белемемде камиллаштырҙым.
— Өфөлә оркестр, фильмдарҙың саундтректарын уйнап, концерт ҡуйғайны. Халыҡ һеҙҙе ҡабул иттеме?
— Концерт «Француз киноһы музы­ка­һы» тип аталды. Идея минеке түгел, ә ор­кестрҙың художество етәксе­ле­ге­неке. Проектҡа Поль Мориа, Мишель Легран, Шарль Азнавур һәм башҡа­ларҙың көйҙәре инде. Концерт аншлаг менән үтте: хатта үҙемдең атай-әсәйемә лә билет таба алманым. Артабан беҙ был тамашаны бер нисә тапҡыр ҡабатланыҡ, Стәрлетамаҡҡа алып барҙыҡ.
— Уңыш ҡаҙаныу өсөн юғары белемгә эйә булыу мотлаҡмы?
— Ҡайһы бер һөнәрҙәр өсөн юғары белемле булыу мотлаҡ: табип, фармацевт, осоусылар… Ә сәйәсмән, спортсы, эшҡыуарҙың дипломһыҙ булыуы ла ихтимал. Уңыш тураһында шуны әйткем килә: уны һәр кем үҙенсә аңлай. Мәҫәлән, атай-әсәйемдең күршеһе өсөн уңыш — эре балыҡ тотоу.
— Данды һин нисек тояһың?
— Билдәлелек — һине һүҙһеҙ генә аңлауҙары. Әлегә миңә күп һөйләргә тура килә.
— Һиңә өлгө булған кешеләр бармы?
— Әлбиттә! Тик ҡайһы берҙәре миндә үҙ-үҙемә ҡарата ҡәнәғәтһеҙлек кенә уята, сөнки улар башҡарған эштең йөҙҙән бер өлөшөн дә бойомға ашырмағанмын әле.
— Ринат, ғаиләң тураһында ла һөйлә әле.
— Ҡатыным менән Питерҙа уҡыған саҡта таныштым. Шунда уҡ өйләнештек. Исеме Лилиә, ул — тел белгесе. Ҡыҙыбыҙҙы полиглот итергә хыялланабыҙ.
Үҙем үҫкән ғаиләгә килгәндә иһә, атай-әсәйем Учалы районының Уральск ҡасабаһында йәшәй. Улар беҙҙең бәләкәйҙән берәй файҙалы шөғөл менән мауығыуыбыҙҙы хупланы. Атайымдың исеме — Марс, әсәйемдеке — Гөлниса. Ағайҙарым Марат менән Булат — хәрбиҙәр.
— Ниндәй музыканы яратаһың?
— Йөрәк түренән сыҡҡан моңдо.
— Маҡсатың?
— Башланған эшемде, аҙағына тиклем еткереү.

Эльвира МОТАЛОВА
әңгәмәләште.

bashgazet.ru

ВКонтакте Facebook Twitter Мой Мир Google+ LiveJournal

© 2009–2024 АНО «Информационный музыкальный центр». mail@muzkarta.ru
Отправить сообщение модератору